Башҡортостанда меңләгән күпер авторы Павел Рабухин юбилейын билдәләй

Башҡортостандағы меңдән ашыу күпер һәм юл үткәргесте Павел Рабухин төҙөгән. Был легендар шәхескә 82 йәш тулды. Уның тураһында Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында яҙҙы. Павел Семенович үҙенең карьераһын 1967 йылда 30-сы күпер төҙөү отрядында мастер булып башлай. Бөгөн Павел Рабухин «Уралмостострой» компанияһының директорҙар советы рәйесе вазифаһын биләй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Павел Семенович йыш ҡына төҙөлөш майҙансыҡтарында була, эш сифатын тикшерә һәм коллега-төҙөүселәр менән аралаша. Уның өсөн 1956 йылда Өфөлә төҙөлгән Ағиҙел күпере мөһим проекттарҙың береһе була. Был объект яңыраҡ реконструкциянан һуң файҙаланыуға тапшырылды. Ҡәҙерле Павел Семенович! Һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ һәм артабанғы хеҙмәт уңыштары теләйем тип яҙған Башҡортостан башлығы.