Стәрлетамаҡтағы фиброцемент заводына 300 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлтелә

Төбәк предприятиеларына Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 60 миллиард һумға яҡын инвестиция бүленгән. Уларҙың 300 миллион һумы Стәрлетамаҡтағы фиброцемент заводына йүнәлтелгән. Был аҡсаға ҡорамалдар һатып алына, предприятиела өҫтәмә технологик линия йыйыла. Модернизациялау һөҙөмтәһендә төҙөлөш материалдарын етештереү яҡынса ике тапҡырға артасаҡ. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Ҡеүәтле машина бер смена эсендә 70-тән ашыу фиброцемент плитәләре әҙерләй ала. Ныҡлы төҙөлөш материалын етештереү өсөн технологик процесс эшселәр тарафынан етди күҙәтеү аҫтында.

Материалдың формаһы әҙер булғас та, ул гидротермаль эшкәртеү үтә, йәғни парҙа тотола. Температура 75 градустан артмаҫҡа тейеш.

Әҙер продукция алыр өсөн сеймал барлығы 6 этап үтә. Произволдство конвеер тибында, йәғни тәүлек әйлнәһенә эшләйбеҙ.

Рөстәм Мәхмүтов, технологик участка етәксеһе

Йылына 25 мең тонна изделие әҙерләнә. Атап әйткәндә, тулҡынлы шиферҙар һәм яҫы плитәләр эшләнә. Продукция бөтә Рәсәй буйлап һорау менән ҡулланыла. Шуға күрә етештереүҙе арттырыу-көнүҙәк мәсьәлә. Уны хәл итеү өсөн компания сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса 300 миллион һум күләмендә займ ала.

Финанс ярҙам яңы линия төҙөү өсөн ҡулланыла. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эше бара. Ҡоролмаларҙы ҡабул итә башланыҡ. Барыһы ла килеп еткәс, монтажлау эше башланасаҡ.

Руслан Зәйнуллин, предприятие директоры

Һуңғы йылдарҙа төбәк предприятиелары сәнәғәтте үҫтереү фондынан 60 миллиард һумға яҡын аҡса алды, уларҙа дүрт меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ. Башҡортостанда предприятиеларға инженер селтәрҙәре төҙөү буйынса субсидиялар һәм льготалар рәүешендә төбәк ярҙам программалары ла эшләй. Радий Хәбиров идара итеү командаһына ағымдағы йылда төбәк иҡтисадына 1 триллион һум йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.

Стәрлетамаҡ предприятиеһындағы яңы технологик линияға киләһе йыл башында старт биреү күҙаллана. Уны сафҡа индереү яңы эш урындары булдырырға ла, иҡтисадҡа ыңғай йоғонто яһарға ла ярҙам итәсәк.

Әлфинә Килдейәрова