«Башҡортостан геойҙары» төбәк иҡтисадын һәм ресурстар менән идара итергә өйрәнә

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһының икенсе белем биреү модуле дауам итә. Проекттың беренсе этабы «Патриот» паркында үтте. Унда ҡатнашыусылар лекциялар тыңланы, тренингтар үтте һәм эксперттар менән осрашты. Хәҙер иһә парта артында алынған белем ғәмәлдә һынап ҡарала. «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрселәре лә осорашты. Айнур Кәбиров репортажы.

Ватан һуғышанан алып махсус хәрби операцияға тиклем. Фәдис Сәғитовтың өйөндә башҡортттоң боронғо яу кейемдәрен дә хәҙерге заман обмундированиеһын да күрергә мөмкин. Хәрби кейемдәр менән ҡыҙығыуым ҡанымда, ти ул.

Тап шуға ла армия хеҙмәтенән һуң ҡайҙа барырға тигән һорау бөтөнләй тыумай. Фәдис дембелде лә көтөп тормай контракт төҙөй. Тәүҙә Тажикистанда хеҙмәт итә, махсус хәрби операция башланғас донбасс ерҙәрен неонацистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Танк командиры булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙ яраланғас тыуған яғына ҡайта. Яуҙа сыныҡҡан характерлы егетте ауылдаштары башлыҡ итеп тә һайлап ҡуя.

«Башҡортостан геройҙары» программаһы ошондай амбициоз ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуға мөмкинлектәр аса, ти хәрбиҙәр. 4 мең дәғүәсе араһынан һайлап алынған 70 еңеүсе тәүге белем биреү модклен тамамлап икенсе баҫҡысҡа ла күтәрелде. Хәҙер улар лекцияларҙа алған белемде ғәмәлдә лә һынаясаҡ. Иҡтисадтың реаль секторы, сәнәғәт объекттары эшмәкәрлеге менән таныша.

Ләкин иң мөһим миссия һәр ир-егеттеке кеүек йорт төҙөү, ағас ултыртыу һәм үҙеңә алмаш-ватан һаҡсыһы тәрбиәләү, ти Фәдис. Хәрби башлыҡтарҙы артабан тапшырыуға быуын үҫтереү. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы тыл бар. Тиҙҙән йортта тағы ла бер ватан һаҡсыһы көтәләр. Ишек алдында хәрбиҙәрсә генә ашығыс сумаҙан әҙерләп тә ҡуйылған.

А.Кәбиров