Бөгөн Рәсәйҙә Спорт ветерандары көнө билдәләнә. Был байрам спорт йүнәлешендә 15 йылдан ашыу эшләп юғары һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән ветерандарҙы тәбрикләү маҡсатында ойошторола. Байрам уңайынан Өфөлә «Родина» кинотеатрында республика спорты үҫешенә күп көс һалған шәхестәр, тренерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Тиҫтә йылдар ғүмерен спортҡа бағышлаған һөнәрмәндәр почет билдәһе һәм грамоталар менән бүләкләнде.
Бүләкләү тантанаһынан һуң ҡунаҡтар һәм спорт мәктәптәре уҡыусылары фильм ҡараны. Ҙур экранда волейбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһының 2012 йылда Лондонда Олимпия уйындарында еңеүе күрһәтелде.