Республикның каратэ федерацияһы ветерандары Һарытауҙа «Столыпин кубогы» халыҡ-ара турнирында яҡшы һөҙөмтәләр менән сығыш яһаны. Халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан вәкилдәре тәжрибәле көрәшселәр араһында лайыҡлы сығыш яһаны, 35 йәштән өлкән спортсылар өсөн категорияларҙа юғары оҫталыҡ кимәлен күрһәтте. Каратэ спортын үҙ итеүсе ир-егеттәрҙең уңыштарын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова барланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Столыпин кубогы» каратэ буйынса Рәсәй ярыштары календарында мөһим ваҡиға. Шуға ла төрлө өлкәләрҙә эшләүсе ветеран-спортсыларҙың бер-нисәһе төнгө сменанан һуң тура турнирға юлланған. Быйыл турнир халыҡ-ара статусын ала. Ярыштарҙа Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Башҡортостандан, Ҡырғыҙстандан 20 команда ҡатнашты. Турнир Рәсәйҙә каратэ спортының 48 йыллығына арнала. Яуланған миҙалдар ҙа ярайһы.
Каратэның төп үҙенсәлеге-камил техника, тормош тәжрибәһе һәм ныҡышмалылыҡ. Улар ысын оҫтаны формалаштыра, ти «Столыпин кубогы»нда еңеүсе Ирек Әхмәтшин.
Табип-уролог Камил Гизар улы был залда башҡа ир-егеттәр кеүек аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә. Каратэға һөйөүе бала сағынан. Әммә бала саҡ хыялын ир ҡорона еткәс кенә тормошҡа ашыра алған.Каратэ миңә тормош мәшәҡәттәренән арынырға ярҙам итә. Был залда мин ысын мәғәнәһендә ял итәм, ти табип-уролог.
Каратэ көсһөҙгә-ышаныс, яҡлауһыҙға- үҙ-үҙен яҡлау күнекмәләрен бирә, әммә иң мөһиме-ихтирам һәм тыйнаҡлыҡ тәрбиәләй.Ысын каратэ оҫтаһы конфликт эҙләмәй: ул һөжүм итеү урынына һаҡланыу һәләтен ҡуллана. Тәртип һәм үҙ-үҙеңде контролдә тотоу аша кеше үҙен генә түгел, ә эргәләгеләрҙе лә һаҡларға өйрәнә, ти Илмир Йосопов.
Каратэ-ул спорт ҡына түгел, ә үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға юл асыусы фәлсәфә лә. Каратэла йәш сикләүҙәре юҡлығы секцияларға төрлө быуын кешеләрен йәлеп итергә мөмкинлек бирә.
Һарытауҙағы халыҡ-ара турнир йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы ветерандар төркөмдәре араһында дөйөм команда зачеты призерҙары иҫәбендә.
Киләһе йылда ла халыҡ-ара «Столыпин кубогы»н ойоштороу күҙаллана. Башҡортостан ветерандары әҙерлекте көсәйтеү һәм абсолют беренселек өсөн көрәшеү ниәте менән йәшәй.
Гүзәл Борханова