Башҡортостан таможняһы Шишмә районы ирекмәндәре менән бергә фронтҡа гуманитар йөк йыя

Фронтҡа пилотһыҙ осоу аппараттары комплекттары, рациялар, окоп шәмдәре, йылы ойоҡбаш, маскирвка селтәрҙәре оҙатыла. Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәре өсөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ылау йыйыу бик яуаплы эш. Улар хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең заявкалары буйынса эшләйҙәр, һәм йыл башынан алып ярты миллион һумдан ашыу суммаға 15 партия гуманитар йөк оҙатҡандар.Таможня хеҙмәткәрҙәрен ремонт ротаһы менән дә ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Яугирҙар РЭБ станцияларын, дрон-детекторҙарҙы, fpv дрондарын, хәрби техника өсөн запас-частарҙы эшләү һәм ремонтлау буйынса оҫтахана булдырған. Уларға гуманитар посылкала утҡа сыҙамлы туҡыма һәм 3d принтер өсөн пластик тапшыра.Уны яугирҙар снарядтар ташлау өсөн ҡорамалдар һәм хәрби припастар эшләү маҡсатында ҡуллана.