Илдең иң көслө кешеләре Өфөгә йыйылды

Баш ҡалала «Урал батыр» халыҡ-ара көслөләр турниры үтте. Ленин майҙанында Рәсәйҙең, Белоруссияның һәм Ҡаҙағстандың 12 иң көслө атлеты ярышты. Улар өсөн стандарт булмаған күнегеүҙәр әҙерләнгән. Халыҡ-ара сара Эльбрус Ниғмәтуллин башланғысы менән ойошторолдо. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бер нисә йыл элек Силәбәелә йәшәүсе башҡорт халҡының күренекле улын республикаға саҡырғайны. Төп маҡсат-тәжрибә һәм белем менән уртаҡлашыу, спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Хәҙер Эльбрус Өфөлә йәшәй. Ул бик әүҙем, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты. Балаларыбыҙҙы спортҡа ылыҡтыра. Төрлө өлкәләрҙә ҙур тәжрибәгә эйә булған яҡташтарыбыҙҙың тыуған ерҙәренә ҡайтыуы һоҡланғыс күренеш тип яҙҙы социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы.