Радий Хәбиров иртәгә халыҡ менән тура бәйләнеш уҙғара

Һорауҙар Республика башлығы сайтында махсус бүлектә ҡабул ителә. Шулай уҡ МАКС һәм Телеграмда, Бәйләнештә, Класташтар селтәрендә чат-бот аша ҡалдырырға мөмкин. Дәүләт порталында ла туплана. Видеоһорауҙар ҡабул итеү бөгөн  киске сәғәт 7-лә тамамлана. Хәбәрсебеҙ халыҡтан Башҡортостан башлығына бирергә уйлаған һорауҙары менән ҡыҙыҡһынды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

    Тура элемтә барышын БСТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”,”UTV”, “Вся Уфа” һәм “Сәләм” телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә. "Юлдаш" радиоһында һәм социаль селтәрҙә трансляция була.