Башҡортостанда яңы модулле фельдшер-акушер пункттары асыла

Медицина учреждениелары Архангел районының Уҫаҡлы, Ҡыҙғы һәм Баҫыу ауылдарында сафҡа инде. ФАП-тарҙа балаларға һәм өлкәндәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Республикала 2 меңдән ашыу фельдшер-акушер пункты иҫәпләнә. Медицина учреждениеларын яңыртыу “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” яңы милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.