Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ике урында туҡталыш яһай

Поезд 19 ноябрҙә Владивостоктан  ил буйлап сәйәхәткә сыға. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция 20 мең километрҙан ашыу юл үтергә тейеш. Поезд 70 ҡалаһы аша уҙып китә,14 декабрҙә Өфөлә, 15-ендә Стәрлетамаҡта туҡталыш яһай. “Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә”, - тип белдерәләр Рәсәй тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.