Бында тыуған төйәге үҫешенә ҙур өлөшөн индергән кешеләр һәм төп ваҡиғаларҙы мәңгеләштереү концепцияһы ғәмәлгә ашырыла. Ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Вәлитов хәбәр итеүенсә, ҙур төҙөкләндереү эштәре - Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү һөҙөмтәһе. Тап ошо урындан Нефтекаманың йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк.