Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, ул иген менән сағыштырғанда күпкә табышлы. Быйыл республикала миллион тонна көнбағыш, рапс, етен, соя урып алыу планлаштырыла. - Әле баҫыуҙарҙа эш дауам итә. Уңышты тулыһынса йыйып алып, эшкәртергә тейешбеҙ. Ҡатмарлы һауа шарттары булһа ла, план үтәлде, киләһе йылға әленән әҙерләнә башлайбыҙ, - тине Илшат Фәзрахманов.