Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙонлоғо ике йылдан 75 йәшкә етергә тейеш

Социаль-иҡтисади үҫеште  фаразлаған документта  ошондай һан килтерелгән. 2024 йылда республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо 72 йәш булған. Быйыл күрһәткестең тағы  яҡшырыуы  күҙаллана. Ил президенты  билдәләгән маҡсат буйынса  2030 йылда  Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә  еткереү көтөлә.