Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина ошо турала белдерҙе. Республикала сәйәхәтселәр өсөн 800 маршрут булдырылған. Туристар айырыуса тауға артылырға, һалда ағып төшөргә, сәнәғәт объекттары менән танышырға һәм йәйәүле сәфәрҙәргә сығырға ярата. 8 айҙа туризм өлкәһендә 16 миллиард ярымлыҡ түләүле хеҙмәт күрһәтелгән.