Иҫерек килеш машина йөрөтөүсенең автомобиле тартып алынған

Стәрлебаш суды 58 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, быйыл июль айында юл полицияһы "Ниссан" машинаһын туҡтатҡан. Водителдең иҫерек булыуы асыҡланған, шулай уҡ уның машина йөрөтөү өсөн танытмаһы  булмаған. Суд ҡарары  менән уға  200 мең һумлыҡ штраф һалынған, автомобиле дәүләт файҙаһына тартып алынған.