Урында билдәле республика проектының сираттағы күсмә сараһы үтте. Йола буйынса сара ҡунаҡтары табип, психолог, иҡтисадсы һәм стилист кәңәштәрен алды. Шулай уҡ Раевка ҡасабаһына тиклем күсмә стоматология комплексы менән фельдшер-акушерлыҡ пункты ла барып етте. Уларҙа 250-гә яҡын кеше, шул иҫәптән 29 бала ҡабул ителгән. Биҙәнеү, прическа эшләү, бейеү һәм махсус хәбри операция яугирҙарына кәрәк-яраҡ әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Әлшәй районы кәсепселәре йәрминкә форматында күргәҙмә тәҡдим итте. Был «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проектының 46-сы сараһы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ай һайын төрлө өлкә белгестәре күләмле сара үткәреү маҡсатында республика район-ҡалаларына юллана.