Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы таҙалыҡ һәм тәртипкә саҡырҙы

Таҙалыҡ һәм тәртип-төп талап. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға, ҡышҡы көндәрҙе юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға саҡырҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған район етәкселәрен тәнҡитләп, тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты. Ултырышта Башҡортостан башлығы менән 11 ноябрҙә Тура линияны ойоштороу, төбәктә Бөтә Рәсәй креатив индустриялар мәктәбе съезын үткәреү һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Ҡыш миҙгеленә әҙерлек. Һалҡын көндәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн айырыуса яуаплы осор, сөнки йорттарҙы йылытыу, юлдарҙың таҙалығы кеүек мөһим йүнәлештәргә иғтибар арта. Башҡортостанда әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ техникаһы ҡышҡы осорға 93 процентҡа әҙер. Алдағы ун көндә был күрһәткесте йөҙ процентҡа еткереү бурысы тора.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә урам-юлдарҙың таҙалығына етди иғтибар бүлеү маҡсатын ҡуйҙы. Республика башлығы Туймазы ҡалаһында үткән тикшереү һөҙөмтәләре менән танышып, урындағы властарҙы тәнҡитләне. Урамдарҙы тәртиптә тотоу туранан-тура уларҙың яуаплылығында икәнлеген иҫкә төшөрҙө.

Кәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре скиләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыу һорауҙарына ла туҡталды. Дөйөм Рәсәй күрһәткестәре буйынса был йүнәлештә беҙҙең күрһәткестәр башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда түбәнерәк, шуға ла эште әүҙемләштереү мөһим. Төбәктә йәшәгән эшкә һәләтле 95 мең инвалидтың 25 меңе генә эшкә урынлаштырылған.

Республикала креатив индустрияны үҫтереүгә 25 миллион һум аҡса йүнәлтелә. 2030 йылға тиклем ил иҡтисадында креатив индустриялар өлөшө 6 процентҡа тиклем етергә тейеш. Радий Хәбиров етәкселегендә үткән «Креатив индустриялар сәғәтендә» дәүләт ярҙамы сараларын арттырыу, үҫеш юлдары, көнүҙәк проблемалар ҡарала. Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы 13-14 ноябрҙә Өфөлә үтәсәк. Күләмле сарала тәжрибә уртаҡлашырға 52 төбәктән 170 белгестең килеүе көтөлә.

11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы менән Тура бәйләнеш үтә. Радий Хәбиров граждандар менән туранан-тура аралашыу дәүләт кимәлендәге мөһим ваҡиға, тип билдәләне. Төбәк башлығы муниципалитет етәкселәренә Тура бәйләнешкә әҙер булырға саҡырҙы. Аралашыу барышында уҡ көнүҙәк һорауҙарҙы хәл итеү юлдарын билдәләү маҡсаты ҡуйыла.

Ф.Ким