Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатмарлы һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итә. Йәмәғәт тәртибен һаҡлай, енәйәттәрҙе асыҡлай һәм иҫкәртә, терроризм, экстремизм, наркотиктар таралыуына ҡаршы көрәш алып бара. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йыл башынан алып 17 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән дүрт меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асыҡлаған. Һөнәри байрам уңайынан республика етәкселеге, шәхси состав һәм ветерандар ҡатнашлығында тантаналы сара үтте. Радий Хәбиров полиция хеҙмәткәрҙәренә республикаға һәм илгә хеҙмәт иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Төбәк башлығы бер төркөм тармаҡ алдынғыларына юғары наградалар, шул иҫәптән генерал Шайморатов ордены һәм миҙалдарын, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы һәм иҡтисадсыһы маҡтаулы исемдәрен тапшырҙы. Күптәр һөнәри байрам көнөндә лә-дежурҙа, йәмғиәтебеҙҙең тыныслығын һәм именлеген һаҡлай, тиелде сара барышында.