Үҙендә яман шеште еңеүгә көс тапҡан. Өфөлә йәшәүсе Гөлсинә Мөхәмәтйәрованың тарихы мөғжизәле һауығыу тураһында. Ҡатындың һауығып аяҡҡа баҫыуы табиптарҙың, сирленең үҙенең һәм туғандарының ныҡышмалы көрәш йылдары һөҙөмтәһе. Пациенттың яман шеште еңеү осрағы берҙән-бер миҫал түгел. Республиканың Йәмәғәт палатаһында ошо темаға фекер алышыу ойошторолдо. Онкологияны еңеп сығыусылар һәм уларға ярҙам ҡулы һуҙыусылар хаҡында киләһе яҙмала.
Гөлсинә Мөхәмәтйәрова ауыр сиргә тарығанлығын белгән мәлен әле лә хәтерләй. Уның тыуған көнөндә ҡыҙы бәләкәс һеңлеле булыу теләген белдергәс, ата-әсәһе баланың теләге менән ризалаша. Әммә гинеколог ҡабул иткәндән һуң Гөлсинәнең тормошо ауыр сир менән көрәш майҙанына әйләнә.
Сирҙе еңеп, яңынан аяҡҡа баҫыу юлы ҡатмарлы һәм оҙайлы була. Әсәлек бәхетен икенсегә татырға теләгән Гөлсинәгә нур терапияһын үтергә тура килә. Йәш ҡатынға икенсе төркөм инвалидлыҡ бирелә.
Көн һайын интенсив дауалау курстары үтергә тура килә. Әммә ҡыҙы хаҡына йәшәргә теләгән ҡатын өмөтөн өҙмәй. Кескәй Элинаға ла иртә өлкәнәйергә, әсәһенә бар йөрәк йылыһын бирергә тура килә. Әлеге ваҡытта Гөлсинә Рәсәй тимер юлында эшләй.
Быйыл Гөлсинә ремиссияның 5 йыллығын билдәләгән. Яңы тормошоноң тәүге көнөндә ул ҡыҙын матур итеп тәрбиәләргә, шиғырҙар китабын сығарырға һәм бынан ары һаулығына иғтибарлыраҡ булырға һүҙ биргән.
Башҡортостан йәмәғәт палатаһы майҙансығында уҙған онкологтар менән түңәрәк өҫтәлдә һүҙ яман шеш менән яфаланыусылар хаҡында барҙы. Республикала онкология сирлеләренең ғүмер оҙонлоғо арта, сөнки диагностика, дауалау сифаты һәм халыҡты диспансерлаштырыу яҡшыра. Табиптар пациенттарҙа онкологик ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡлай ала.
«Онкология сирҙәре менән көрәш» төбәк программаһы аладғы 5 йылда ла ғәмәлдә ҡала, уның сиктәрендә республиканың радионуклид диагностикаһы бүлексәләре яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.Төбәк программаһы бер-нисә күрһәткесте яҡшыртыу, шул иҫәптән яман шеште беренсе стадияһында асыҡлау осраҡтарын арттырыуға булышлыҡ итәсәк, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова