Башҡортостанда студент отрядтары һаны 12 меңгә тиклем артасаҡ

Республика етәкселеге киләһе йылдан студенттар отрядтары ағзаларын 12 меңгә тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Был турала күптән түгел Өфөлә үткән Башҡортостан студенттар отрядының 11-се слетында әйтелде. Республикала иң әүҙем отрядтарға тапшырыу өсөн Башҡортостан Башлығының күсмә байрағы ла булдырылды. Тәүгеләрҙән күсмә байраҡҡа хеҙмәт семестрын уңышлы тамамлаусы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары лайыҡ булды.

Бөгөн юғары уҡыу йортонда асылған махсус фотокүргәҙмә лә алдынғы студенттарға үҙенсәлекле бүләк. Экспозициялағы Советтар Союзындағы берҙән-бер «Зоркий» фотографтар отрядының фотоһүрәттәре хәҙерге йәштәрҙе совет осоро студенттар отрядтары тормошо менән таныштыра. Күргәҙмәгә ҡуйылған фотоларҙың авторҙары Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рафаэль Исламов менән уның уҡыусылары, әлеге ваҡытта ил һәм республика кимәлендә танылған фоторәссамдар -Әнүәр Ғәлиев, Андрей Старостин, Марат Ялалетдинов һәм Олег Яровиков. Совет студенттарының мөһим социаль объекттар төҙөлөшөндә ҡатнашыуын сағылдырған фотоһүрәттәр айырым баҫма каталогҡа ла тупланған.