Билән ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы призына төҙөлгән объекттар асылды

2025 йылдың май айында Өфө ҡалаһында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Финалға сыҡҡан 12 ауыл араһында «Эре тораҡ пункттары» номинацияһында Балаҡатай районының Билән ауылы 1-се урын яулап, 6 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Ошо көндәрҙә районда приз аҡсаһына булдырылған обьекттар ҡулланыуға тапшырылды.

Уҙған 5 йыл эсендә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәренә тапшырылған аҡсалата ярҙамға Башҡортостанда 35 балалар һәм спорт майҙансыҡары, 25 парк, 6 мемориал таҡтаташ,4 ауыл клубы, 9 урам яңыртылған, бер нисә коммуналь техника һатып алынған. Бөгөн был статистика тағы ла артты.

Билән ауылында ҙур байрам. Ауылға инеү-сығыу урынында хәҙер стеллалар барлыҡҡа килде. Лайф с открытия, впечатления

Мәктәп территорияһында заманса стандарттарға ярашлы яңы Спорт майҙансығы урын алды.

Ә ауыл хакимиәте ҡаршыһындағы урында Ял итеү майҙаны төҙөлдө.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған конкурс Республика Башлығы Гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. 2020 йылдан Радий Хәбиров ҡарары буйынса приз фонды 10 тапҡырға артты.

2019 йылдан яңы һулыш алған «Айыҡ ауыл» конкурсында 3 меңдән ашыу ауыл үҙ көсөн һынап ҡараны, 120 меңдән ашыу активист, 4 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашһа, Республика этабы еңеүселәре исемлегендә бөгөн 63 ауыл иҫәпләнә.

7-се «Айыҡ ауыл» Республика конкурсы сиктәрендә Балаҡатай районында бөгөн ҙур кәңәшмә ойошторолдо. Уның эшендә Башҡортостандың Финанс министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы белгестәре ҡатнашты. Урындағы халыҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ишетә алды.

Наил Юнысов