Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға саҡырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға, ҡышҡы көндәрҙе юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға саҡырҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы үҙ эшенә һүлпән ҡараған райондарҙы тәнҡитләп, тикшереүҙе көсәйтеүҙе талап итте.

Һалҡын көндәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн айырыуса яуаплы осор, сөнки йорттарҙы йылытыу, юлдарҙың таҙалығы кеүек мөһим йүнәлештәргә иғтибар арта. Башҡортостанда әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ техникаһы ҡышҡы осорға 93 процентҡа әҙер. Алдағы ун көндә был күрһәткесте йөҙ процентҡа еткереү бурысы тора.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә урам-юлдарҙың таҙалығына етди иғтибар бүлеү маҡсатын ҡуйҙы. Республика башлығы Туймазы ҡалаһында үткән тикшереү һөҙөмтәләре менән танышып, урындағы властарҙы тәнҡитләне. Урамдарҙы тәртиптә тотоу туранан-тура уларҙың яуаплылығында икәнлеген иҫкә төшөрҙө.