Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре скиләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү бурысы ҡуйҙы. Дөйөм Рәсәй күрһәткестәре буйынса был йүнәлештә беҙҙең күрһәткестәр башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда түбәнерәк, шуға ла эште әүҙемләштереү мөһим. Төбәктә йәшәгән эшкә һәләтле 95 мең инвалидтың 25 меңе генә хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән, тине төбәк етәксеһе.