Башҡортостан Хөкүмәтендә муниципалитеттар башлыҡтары етәкселегендә үткән кәңәшмәлә мәктәп туҡланыуы мәсьәләләре тикшерелде. Ултырышта билдәләнеүенсә, төбәктең социаль туҡланыу идаралығы дөйөм белем биреү учреждениеларына барып мониторинг уҙғарыуҙы дауам итә. Бынан тыш, сентябрҙә Өфөлә мәктәп туҡланыуына кешбэк системаһы индерелгән. Дөйөм алғанда, ата-әсәләр мөрәжәғәттәренең кәмеүе тойомлана.Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер мәктәптәрҙә етешһеҙлектәр ҙә асыҡланған, муниципалитеттарға уларҙы тиҙ арала бөтөрөргә ҡушылған.