Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына мәҙәниәт, сәнғәт йүнәлештәре буйынса дәғүә итеүселәр йәмәғәт тыңлауҙары үтте.
Премияға дәғүә итеүселәр Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында студенттар һәм тармаҡ белгестәре алдында сығыш яһаны. Номинанттар үҙҙәре менән таныштырҙы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы, студенттар уларға ижады тураһында һорауҙар бирҙе. Осрашыу дискуссия форматында уҙҙы. Йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Хөкүмәте комиссияһына хат яҙыла.