Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты гүзәллек конкурсында еңде

Гананан Микеалина Мэри Стампулус Данква «Мисс Африка. Рәсәй-2025»тажына тиҫтәләгән дәғүәсене уҙып эйә булды. Ҡыйыу ҡыҙ дефилела башҡорт милли кейемендә сығыш яһай. Ер шарының иң эҫе континентынан килгән ҡыҙҙың конкурс тәьҫораттары тураһында киләһе яҙмала.

Подиумға башҡорт милли кейемендә һәм биҙәүестәрендә күтәрелгән ҡыҙ һәр кемдә һоҡланыу хистәре уята. Сығышы менән Гананан булған Микеалина Мэри Стампулус Данква «Мисс Африка. Рәсәй-2025» конкурсында еңеүсе тажын яуланы.

Марина-Микеалина Мэри Стампулус Данкваның яратҡан һынлы сәнғәт жанрҙарының береһе. Ул үҙенә исемен ҡыҫҡартып Лина тип өндәшкәндәрен ярата. Һәләтле ҡыҙ матурлыҡҡа ғашиҡ. Конкурсҡа үҙ иле һәм Башҡортостандың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу өсөн ете төрлө күлдәк һайлаған.

Мин оҫта бейеүсе лә, йырсы ла түгелмен. Шуға күрә ижади номерҙа мөмкинлеге сикләнгән бала тормошон сәхнәләштерҙем. Балаһын ҡулына алған әсә образын күрһәттем.

Микеалина Мэри Стампулус Данква, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, «Miss Africa Russia-2025» гүзәллек конкурсы еңеүсеһе

Университетта Лина халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнә һәм был йүнәлештә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға арналған проектын тормошҡа ашырырға теләй. Уға Өфөлә белем алыу оҡшай, Башҡортостанды үҙ итеп икенсе йортом, тип әйтергә теләй. Әммә тел өйренеү бик еңелдән түгел. Бында Лина үҙенә төрлө милләттән яңы дуҫтар тапҡан.

Башҡортостан тәбиғәте бик бай һәм күп төрлө. Йыл миҙгелдәре лә алмашынып тора. Айырыуса миңә япраҡтар һары, ҡыҙғылт-һары һәм ҡыҙыл төҫтәргә буялған көҙ миҙгеле оҡшай. Белем алған университетым төбәктә иң боронғоһо, ул бик ҙур һәм бында студенттар күп. Рәсәй халҡының ҡунаҡсыллығына хайран ҡалдым.

Микеалина Мэри Стампулус Данква, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, «Miss Africa Russia-2025» гүзәллек конкурсы еңеүсеһе

Уҡыуын тамамлағандан һуң Лина гуманитар ярҙам менән шөғөлләнгән Халыҡ-ара ойошмаларҙа эшләргә ниәтләй. Башҡортостан да ҡыҙ йөрәгендә яҡты эҙ ҡалдырған. Киләсәктә яҙмышын республикабыҙ менән бәйләүе лә ихтимал.

Гүзәл Борханова