Хеҙмәткәрҙәрҙең психик һәм физик һаулығы хаҡында хәстәрлек. Профсоюз гранты ярҙамында Республика медицина-генетика үҙәге спорт залы асылды. Белгестәр буш ваҡытта физкультура менән шөғөлләнә ала. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ҡасандыр операциялар яһалған бүлмәлә хәҙер хеҙмәткәрҙәр өсөн спорт залы. Бында белгестәр эш араһында, йә унан һуң психологик көсөргәнешлектән арына. Ул заманса яҡтыртыу ҡоролмалары, елләтеү системаһы һәм тренажерҙар менән йыһазландырылған.
Персонал өсөн спорт залы Республика медицина-генетика үҙәгенең өлкән шәфҡәт туташы ярҙамында булдырыла. Быға Гөлшат Әйүпованың Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы конкурсында ҡатнашып еңеү яулауы булышлыҡ иткән. Грант аҡсаһына кардиотренировкалар өсөн махсус ҡорамалдар һатып алынған.
Грант аҡсаһы һәм баш табип ярҙамында буш бүлмә фитнес һәм релакс өсөн заманса, күп функциялы киңлек итеп үҙгәртелә. Үҙәк етәкселеге һәр ваҡыт медицина хеҙмәткәрҙәренең һаулығы хаҡында хәстәрлек күрә һәм улар өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырыша. Киләсәктә махсус күнекмәләр үткәреү өсөн зал булдырыу күҙаллана. Хеҙмәткәрҙәр араһында аэробика һәм йога менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар.
Азат Ғәлиуллин