Шәкәр сөгөлдөрөнән мул уңыш алынды

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 2 миллион тоннанан ашыу татлы тамыр йыйып алынды Бөгөнгә 800 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән. 110 мең тоннанан ашыу  шәкәр етештерелгән. Уңыш Шишмә һәм Раевкалағы ике заводта эшкәртелә. Сөгөлдөр ҡалдыҡтарынан - жом мал аҙығы итеп ҡулланыла. Ул экспортҡа ла оҙатыла.