Миәкә үҙәк китапханаһы Башҡортостан милли китапханаһы менән берлектә “Яугирҙарға китап” акцияһын иғлан итте. Йыйылған китаптар Дондағы Ростов ҡалаһы госпиталендә дауаланған һалдаттарға ебәрелә.“Көс бирерлек, күңелгә шатлыҡ өҫтәрлек әҫәрҙәр хуплана. Юмор һәм поэзия, классик әҙәбиәт, мажараларға ҡоролған романдар ҡыҙыҡлы булыр. Һалдаттарға матур теләктәр яҙылған открыткалар һалырға мөмкин”, - тип белдерәләр милли китапхананың матбуғат хеҙмәтенән. Китаптар 13 ноябргә тиклем Ленин урамындағы 4-се йортта ҡабул ителә.