Башҡортостан көрәшсеһе Грециянан еңеү менән ҡайта

Афинала панкратион буйынса донъя беренселеге үтә. Республика спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иса Харсиев 20 йәшкә тиклемге спортсылар араһында бронза миҙал яулаған. Иса  - бокс буйынса Волга буйы федераль  округы һәм Башҡортостан беренселеге еңеүсеһе. Панкратион буйынса Рәсәй беренселеге финалисы.