Ул “Изге Өфө” хәйриә сараһы барышында уҙғарыла. Йорт хайуандарын алырға теләгән кешеләрҙе 15 ноябрҙә “Ҡашҡаҙан” паркына саҡыралар. Халыҡты Өфө приюттарында тәрбиәләнгән эттәр менән таныштыралар. Ветеринария клиникаһы белгестәре менән кәңәшләшергә була. Ҡотороу сиренән вакцина яһатырға, чип ҡуйҙырырға мөмкин. Өйрәтеү үҙәгендә шөғөлләнгән эттәрҙең сығышы күрһәтелә. Хайуандарға ҡарата яуаплы булырға өйрәткән дәрес уҙғарыла. Шулай уҡ уйын һәм конкурстар ойошторола. Үткән акция барышында 223 эткә хужа табылған.