Башҡортостан башлығы хәбәр итеүенсә, ошо маҡсатта тейешле аҡса бүленгән һәм подрядсы ойошма менән дәүләт контракты төҙөлгән. Бөтә эштәр ҙә графикҡа ярашлы алып барыла. Был турала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеоконференция бәйләнеше форматында уҙғарған граждандарҙы ҡабул итеү барышында билдәле булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың 7 июлендә ауыр транспорт үтеүе арҡаһында күперҙең бер өлөшө емерелде. Унда тулыһынса транспорт хәрәкәте туҡтатылды. Шәхси транспорт хәрәкәте өсөн «Автодор» компанияһы ваҡытлыса үткәүел төҙөнө, пассажир автобустарына маршрут урау юл аша ойошторолдо.