Рәсәй фәндәр академияһы Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты Мәскәүҙәге «Двигатель» фәнни тикшеренеүҙәр институты менән берлектә эш алып бара. Ғалимдарҙың уртаҡ хеҙмәт емеше-юғары температурала 400 тонналыҡ ауырлыҡ менән йәбештерелгән элемент. Иретеп-йәбештереү менән сағыштырғанда бындай ысул менән яһалған металл ныҡ була, йөйҙәр һәм болттар булмағанға яҡшыраҡ әйләнә. Тимәк, двигатель сифатлыраҡ килеп сыға, самолеттың алыҫҡараҡ осоуы, хәүефһеҙлеге өсөн был мөһим. Ҡаҙаныш ПД-35 самолетында һынала.