Өфө - “Музыка”, Стәрлетамаҡ - “Халыҡ ижады һәм һөнәрҙәре” йүнәлешен тәҡдим итә. Республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина белдереүенсә, ЮНЕСКО объекттарының статусы инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уята. “Янғантау” геопаркын үҫтереү һәм “Салауат ере” комплексын булдырыу быға асыҡ миҫал булып тора, тине ул.