Өфө суднолары навигацияға әҙерләнә

Баржалар, туҡталыу урындары һәм суднолар һыуҙан ергә күтәрелә.Өфө суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы өсөн ҡыш тыныс ял миҙгеле түгел, ә көсөргәнешле һәм планлы эш осоро. Йылғалар туңып, температура нулдән түбән төшкәс, караптар тергеҙелә һәм навигацияны лайыҡлы ҡаршылауға нигеҙ һалына башлай. Һыу транспортына өр-яңынан йән өрөүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осоашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Чайка» теплоходы туҡталыу урынының ауырлығы 200 тонна, ә майҙаны 770 квадрат метр. Ул һыуҙан инженер теүәллеге менән слип ҡоролмаһы ярҙамында күтәрелгән.. Слип, ябай тел менән әйткәндә, ауыш ҡоролма ярҙамында туҡталыу урынын рельс юлдары буйлап тарттырыу. Хәрәкәт әкрен һәм ауышлыҡ мөйөшөн даими контролдә тотоп үтәлгән. Бөтә этапта инженерҙар ҡорамалдың тигеҙлеген күҙәтә, ә операторҙар күтәреү механизмдарының эшен синхронлаштыра.

Судноларҙы ремонт майҙансыҡтарына күтәреү һәм ташыу процесы мөһим инженерлыҡ ғәмәле.«Чайка» теплоходы артабан рельстар буйлап ремонт урынына барып етә. Был яуаплы эшкә технологияны биш бармағылай белгән һәм тәжрибәһе булған оҫталар тотона.

Арба тәгәрмәстәре рельстар буйлап йомшаҡ ҡына тәгәрәй, ә операторҙар траекториянан тайпылмау өсөн тиҙлеген көйләй.Ҡышҡы миҙгелдә ремонтсылар ишкәк винттары, валдар, руль дефекттарын асыҡлай һәм алмаштыра, корпустың һыу аҫты өлөшөн ремонтлай һәм буяй,электр ҡорамалдарын, навигация системаларын модернизациялай.Быйыл ҡыш ремонтҡа бөтәһе ундан ашыу флот берәмеген ебәреү күҙаллана.

Дуҫлыҡ монументындағы «Чайка» теплоходы причалы башта ярҙан өҫкә күтәрелгән. Эшселәргә уны ремонт урынына тәгәрәтеү өсөн сәғәт ярымдан ашыу ваҡыт талап ителәсәк.

Гүзәл Борханова