Октябрскиҙан Азалия Әминева Ереванда үткән континенталь ярышта беренсе урын яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 йәшкә тиклемге спортсылар араһында уҙған финалда яҡташыбыҙ Латвиянан Екатерина Сорокинаны еңде. Башҡортостан вәкиле үҙенең бай коллекцияһына тағы ла бер награда өҫтәне. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы тиҙҙән тыуған республикаһында сығыш яһаясаҡ. Ноябрь аҙағында Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионаты башлана.