Һәр мөрәжәғәткә-яуаплы ҡараш. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар билдәләүенсә, Радий Хәбиров һәр һорауға тулы һәм йөкмәткеле яуап ҡайтарҙы. Шунда уҡ яуаплы органдарға, урындағы үҙидаралыҡтарға киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса йөкләмәләр бирелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тура линияға республика халҡынан 8 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителде. Дүрт сәғәттән ашыу дауам иткән эфир барышында барлығы 60 һорау ҡаралды. Тура трансляция республика телеканалдары аша күрһәтелде. Эксперттар республика етәксеһенең халыҡ менән аралашыуы йылы һәм ике яҡ өсөн дә ышаныслы үтеүен билдәләне.