Көс туплап йәнә хәрби позицияға. Башҡортостандан сираттағы хәрби хеҙмәткәрҙәр төркөмө ике аҙналыҡ отпусктан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Оҙатыу тантанаһы йола буйынса «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә изге фатихаларын бирергә туғандары һәм яҡындары килде. Яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында республика халҡы даими гуманитар ярҙам йыя. Ошо көндәрҙә генә лә йылы кейем, аҙыҡ-түлек, транспорт саралары һәм башҡа әйберҙәре тейәлгән сираттағы йөк машиналары алыҫ юлға сыҡты.