Республика клиник онкология диспансерында «Онкопатруль» проекты сиктәрендә уникаль операция үткәрелде. Мәскәүҙән килгән хирург күкрәк биҙе яман шешен яңы ысул менән алып ташланы. Яңы технология ҡатмарлы сирҙән интегеүсе гүзәл заттарға ағзаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.
Мәскәүҙән килгән тәжрибәле хирург Сергей Малик бер юлы яман шеште лә алып ташлай, һөт биҙенең эстетикаһын һаҡлап ҡалыу буйынса ла операция яһай. 2-се стадиялағы яман шеш лимфа төйөндәренә метастаз биргән, хирург тәүҙә уны ҡырҡып алды.
Златовласки ысулы буйынса һөт биҙен алып ташлау техникаһы-онкологик хәүефһеҙлек һәм эстетик һөҙөмтә араһында баланс булдырыуға йүнәлтелгән инновацион хирургик операция. Был осраҡта сәләмәт булмаған туҡыма алына, сәләмәт май туҡымаһы һәм тире һаҡлана, һуңынан улар күкрәккә бәләкәйерәк форма биреү өсөн үҙгәртеп ҡорола. Был техника реконструктив операцияның хәүефһеҙ варианты тип һанала.
Республика онкология клиник диспансерында ул беренсе тапҡыр эшләнде. Оҫталыҡ дәресен Өфө хирургтары күҙәтте. Ярты йылдан һуң күкрәк биҙенең икенсеһенә әмәлиәт үткәреләсәк.
Республикала күкрәк биҙе яман шеше менән сирләүселәр йыл һайын өс процентҡа арта. Ике мең тирәһе диагноз ҡуйыла, һәм операция эшләнә. Тимәк, киләсәктә Башҡортостан онкохирургтары ҡатмарлы сирҙән интегеүсе гүзәл заттарҙың ғүмерен оҙонайтыуҙан тыш, ағзаһын һаҡлап алып ҡала башлаясаҡ.
Рәмилә Исмәғилева