Өфөләге Дәүләт циркы 2026 йылда төҙөкләндерелә башлай

Башҡортостан башлығы тура бәйләнеш барышында ошо турала белдерҙе. Цирк бинаһы 2017 йылда ябылды. “Федераль финанслау күҙаллана. Бюрократик процедураларҙы һөҙөмтәле үтһәк, 2026 йылда реконструкцияға тотона алабыҙ. Хәҙер беҙ уға яңы проект әҙерләйбеҙ”, - тине Радий Хәбиров. Федераль аҡсаға шулай уҡ Рус дәүләт драма театрын ремонтлау ҡарала. 1 ярым – 2 миллиард һум аҡса кәрәк. Баш ҡалалағы “Орион” ижад йорто ла тәртипкә килтерелә. Был маҡсаттан ҡала ҡаҙнаһынан 30 миллион һум аҡса бүленгән. “Орион” йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен 2027 йылда Республика көнө уңайынан асыу ҡарала. Әле монументҡа баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә реконструкция яһала. Радий Хәбиров менән әңгәмә барышында цехтан әҙерләнгән репортаж тәҡдим ителде. Рәсәйҙең атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү барышын Күҙәтеү Советы контролдә тота. Монументтың биләмәһе лә тәртипкә килтерелә. “Атлы Салауат Юлаев Башҡортостан халҡы өсөн ҡәҙерле ҡомартҡы. Ул республика символы. Шуға ла скульптураны яңыртыу мәсьәләһе күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра”, - ти  политолог Тимур Вәлитов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт