Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнә

Был ҡарар дүрт йыл элек  Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителде. Бөйөк Ватан һуғышында легендар кавалерия дивизияһынан 78 батыр – Советтар Союзы Геройы тигән исемгә лайыҡ була, биш кавалерист Дан орденының тулы кавалеры була. Республикала дивизия командиры хөрмәтенә дәүләт наградаһы- Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалы булдырылды.