Халыҡ-ара акция 30 ноябрҙә уҙа. География диктантын яҙыу өсөн майҙансыҡтар әҙерләнә. Улар ҡала китапханаларында урынлашҡан. 45 минут дауамында 40 һорауға яуап бирергә кәрәк. География буйынса тесты онлайн да үтергә була. Ғаризалар 20 ноябргә тиклем ҡабул ителә.