Аҡса, йә уйынсыҡтарға ҡыҙығырға ярамай. Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсәләр балаларына яңы хәүеф тураһында аңлатырға тейеш. Ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә ерҙә ятҡан 10 һумлыҡ аҡсаны алырға теләгән малай йәрәхәтләнде. Купюраға шартлатҡыс беркетелгән булған. Бала дауаханаға оҙатылған, уға бер нисә операция эшләнгән.