Вице-премьер Ирек Сәғитов белдереүенсә, лигала яңы миҙгел Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына бағышлана. Йыл һайын ҡатнашыусылар һаны арта. 3-сө миҙгелдә 44 команда сығыш яһаны. 300 матч уҙғарылды. Төнгө волейбол лигаһының яңы миҙгеле 20 ноябрҙә старт ала һәм киләһе йылдың апреленә тиклем дауам итә.