Был эш ай аҙағына тиклем дауам итә. Ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, быйыл 10 айҙа 29 мең гектар биләмә эшкәртелгән. Һөҙөмтәлә, геморрагик биҙгәк йоҡтороусылар һаны кәмеүе күҙәтелә. Быйыл республикала 377 кеше ауырыған. Быға тиклем йыл һайын 700 сирле теркәлгән.