Башҡортостандың рейтингтағы алдынғы позициялары кластерҙар һанына ғына түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенә лә бәйле, тип иҫәпләй эксперттар. Предприятиелар берләшмәләре яҡшы бәйләнеш булдырырға, уларға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә һәм федераль финанслау йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйыл республиканың дүрт ойошмаһы сығымдарҙы компенсациялауға 118 миллион һум алған, был импортты алмаштырыуға булышлыҡ итеүгә федераль субсидияларҙың 40 проценттан ашыуын тәшкил итә. Бындай ҙур ярҙам сәнәғәт предприятиеларының мөмкинлектәрен киңәйтә, баҙарҙағы позицияларҙы нығыта.