Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай

Еңеү өсөн. Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай. Махсус хәрби операция башланғас та Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе маскировка селтәрҙәре үрергә тотона. Тәүҙә ҡул аҫтындағы туҡымаларҙы ҡулланһалар, һуңғараҡ гүзәл заттар оҫтара. Әле мәктәп райондың «Еңеү үрәбеҙ» ирекмәндәр клубына ҡушылып, дронға ҡаршы юрған, маскировка костюмдары әҙерләү менән шөғөлләнә. Мөһим эш тырышлыҡ һәм иғтибар талап итә. Үткән уҡыу йылында ғына алғы һыҙыҡҡа ошондай 200-ҙән ашыу юрған ебрелгән.

Дронға ҡаршы юрғандар яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡара. Ошондай бер юрғанды 40 минут, йәғни бер дәрес эсендә әҙерләйбеҙ. Туҡымаларҙы ҡырҡып, бер-береһен энә менән беркетәбеҙ, шунан уны иркемәндәр клубына оҙатабыҙ, уларға тегеп сығырға ғына ҡала.

Милана Царева, Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡыусыһы

Күптән түгел педагогтар менән уҡыусылар госпиталдә дауаланыу үткән яугирҙар өсөн эс кейемдәре тегә башлаған. Туҡымалар «Изге йәрминкә»лә эшләп алған аҡсаға һатып алынған. Акцияла өйҙә бешерелгән ризыҡтарҙы һатып ҡына 7 мең һум килем алынған. Ғөмүмән, мәктәп төрлө акцияларға ҡушылып, алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау туплай. Хәрби частәрҙең береһенән мәктәп коллективына рәхмәт хаты ла килгән.