Өфөлә 51-се башҡорт балалар баҡсаһында башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса проекттар Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында әүҙем тормошҡа ашырыла. Тыуған телде һаҡлауға ҡоролған дәрестәр ете модуль буйынса үткәрелә. Бынан тыш балалар баҡсаһына башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фондынан тел өйрәнеүҙә ҡулланыу өсөн 5 төрлө уйын тапшырылған.Тел һағында торған тәрбиәселәр һәм һәләтле балалар менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү- ул башҡорт халҡының сығанаҡтарына, бай мәҙәниәтенә һәм күп быуатлыҡ традицияларына ҡағылыу. Интерактив таҡта менән йыһазландырылған башҡорт теле кабинетындағы дәестәр йөнле аралашыуға ҡорола. «Ғаилә» модуле башҡорт халҡының ғаилә ҡиммәттәренә арнала.«Уйнайыҡ»модулендә иһә башҡорт телендә фразалар һәм һүҙбәйләнештәр нығытыла, бәләкәстәр башҡорт телен тәрән итеп үҙләштерһен өсөн балалар өҫтәл уйындары ҡулланыла.
51-се балалар баҡсаһына йөрөүсе балалар уйындар, серле әкиәттәр аша тыуған тел мөхитенә сума, башҡорт теленең матурлығын һәм байлығын аса.
Балалар баҡсаһында шөғөлләнеүселәр башҡорт һүҙҙәрен ғорурлыҡ менән әйтә, халыҡ йырҙарын өйрәнгәндә йәки бейеүҙәрҙе башҡарғанда йөҙҙәре йәнләнә. Быуындан-быуынға күсә килгән башҡорт теле һәр баланың йөрәген йылыта, донъяны танып-белергә ярҙам итә.
Балаларға тыуған телгә һөйөүҙе сабырлыҡ менән тапшырыусы тәрбиәсе-педагогтар эше айырым иғтибарға лайыҡ. Уларҙың энтузиазмы, һөнәри оҫталығы, балаларҙы яратыуы үҙенсәлекле мөхит булдыра.
Тыуған яҡты өйрәнеү- уҡытыу-тәрбиә эшендә мөһим роль уйнай. Балалар республикабыҙҙың тәбиғәте, тарихы, халыҡ ижады менән таныша. Был баланың милли үҙаңын уятыуға, башҡа милләттәргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, ти эксперттар.
Проекттарҙың ғаиләләрҙе берләштереүе лә ҡыуаныслы: ата-әсәләр балалары менән бергә тел мөхитенә сума, туған мәҙәниәттең яңы биттәрен аса.
Көн һайын 51 балалар баҡсаһында башҡорт телен һаҡлау тарихының һоҡланғыс бите яҙыла. Бындай проекттар телдең киләсәге барлығын раҫлай. Ул балаларҙың шат йылмайыуында, саф, ихлас итеп туған телдә һүҙҙәрҙе әйтеүендә,янып торған күҙҙәрендә сағыла.
Гүзәл Борханова