Туймазы ҡалаһында реабилитация үҙәгенә капиталь ремонт талап ителә. Был турала һорау Башҡортостан башлығы менән үткән тура линия барышында килде. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләне. Туймазылағы реабилитация бүлеге йыл дауамында төрлө райондарҙан йыйылған 500-ҙән ашыу балаға хеҙмәт күрһәтә. Үҙәктең эше тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ижад-ул үҙенә күрә дауаланыу ысулы ла. Бындай дәрестәр аша балаларҙың бәләкәй моторикаһы үҫешә, хеҙмәткә, тирә-яҡҡа һөйөү тәрбиәләнә. Туймазы ҡалаһының реабилитация үҙәгендә тыуғандын алып 18 йәшкә тиклемге 550 инвалид һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар дауаланыу үтә.
Реабилитация үҙәге 1956 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Бында улар 2005 йылда күсә һәм шул ваҡыттан алып бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмай. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙ көсө менән кабинеттарҙы тәртиптә тоторға тырыша. Балаларға социаль-педагогик, психологик реабилитация, медицина хеҙмәттәрен 18 белгес күрһәтә.
Бағыусылар ярҙамында үҙәктә яңыраҡ тәҙрәләр алмаштырылған. Әммә бер нисә кабинетта дәрестәр үткәреү хәүефле. Стена һәм түбә штукатуркаһы ҡойолорға ғына тора. Бүлмәләрҙе ремонтлап, йыһазландырырға кәрәк. Бынан тыш, бинаның нигеҙе лә емерелә башлаған, тышҡы биҙәү эштәре талап ителә.
Реабилитация үҙәген реконструкциялау һорауы Башҡортостан башлығы менән тура линияға килде. Радий Хәбиров яңы йылға тиклем Туймазыға барып, был мәсьәләгә тотонасағы тураһында белдерҙе. Үҙенсәлекле балаларға ҡағылышлы бөтә нәмә-өҫтөнлөккә эйә, тине республика етәксеһе.
Ата-әсәләр һәм хеҙмәткәрҙәр капиталь ремонтҡа өмөтләнә. Матди-техник, методик база һәм квалификациялы белгестәрҙән тыш, уңайлы шарттар, яҡты, иркен кабинеттар булдырыу-инвалид балалар өсөн һөҙөмтәле реабилитация алыуға ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Әлфинә Килдейәрова