Башҡортостанда йөҙҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны һәм уларҙың ғаилә ағзалары эшҡыуарлыҡ алып барыу нигеҙҙәрен өйрәнде. Курстарҙы тамамлаусы бизнес-академия уҡыусыларына сертификаттар тапшырылды. Уҡыусылар үҙ эшен теркәүҙән алып клиенттар менән эшләү, персонал һайлау, һатыу, һалым түләү, маркетинг стратегиялары һәм йәмәғәт сығыштары өлкәһендә белемдәрен камиллаштарҙы. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа уҙған осрашыуҙа эксперттар һәм чиновниктар дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләне. Махсус хәрби операция ветерандары туризм, ауыл хужалығы, юл буйы сервисы һәм кейем етештереү өлкәһендәге проекттарын тәҡдим итте.